Алатау шаңдауы (Ҡаҙағстан дәфтәренән)

(Ҡаҙағстан дәфтәренән)

 

Донъянан баш ҡайнағанда,

Йәндәрем үртәлгәндә,

Мин тауҙарға бауыр баҫам,

Ҡаяға төртөләм дә...

 

***

Тауҙарға сығам айбанып,

Аҫау атҡа менгәндәй;

Битләүенә аяҡ баҫам,

Изге йортҡа ингәндәй.

 

Тауҙар сабыр ҡабул итә,

Ала хәлеңде хәлләп,

Әгәр әҙәпһеҙ ҡыланһаң,

Тормаҫ үҙеңде йәлләп...

 

Тауҙар рухы күсә микән —

Онотам юл аҙабын.

Тауҙарҙан ҡайтам елкенеп,

Сафланып, йән таҙартып.

 

***

Тауҙарҙа юл баҫҡыс-баҫҡыс,

Храмға менгән кеүек,

Күк ҡапҡаһына шаҡыйбыҙ

Тәңрегә килгән кеүек.

 

Тауҙарҙа юл борма-борма,

Һәр боролош — туҡталыш,

Хәл алышҡа ғына түгел,

Донъя ғәмен уйланыш.

 

Донъя беҙгә — ус төбөндә!

Ә беҙ Ҡояшҡа — нисек?

Ниндәй ҙур ҙа, кескенә лә

Еребеҙ — изге бишек...

 

***

Абайҙар ҡыҙ төшөрәләр

Райымбәк ырыуынан.

Йәштәргә яуа фатиха

Науруз[1] ырымынан:

“Килендең — аяғынан, — ти, —

Ҡуйсының — таяғынан”.

Килен бөтмөр булһа,

Кейәү

Ныҡ торор аяғында.

«Кейәү — йөҙ йыллыҡ, — тигәндәр,  -

Ҡоҙа булыр мең йыллыҡ...»

Наурузда ҡауышҡандарҙың

Бәхете — ғүмер буйлыҡ.

 

***

Йөрәкте һурып алалар,

Тау буйында йыр һуҙып,

Әллә тауҙар ҡушыламы,

Берен-береһе уҙып!

 

Ҡыҙҙар, һеҙгә сәләм килер

Йырлауҙан туймаһағыҙ,

Ярай ҙа бит яҙғы төндә

Урланып ҡуймаһағыҙ!

 

Эй йоморо тауҙар түше —

Юҡҡа ғына тиртмәгән!

Әллә ҡыҙҙар артыҡ дәртле,

Әллә тауҙар тертләгән...

 

***

Туй ҡорҙо төнөн йондоҙҙар

Шарлауыҡ ҡултығында,

Ай  ҡыҙы һый йәлләмәне

Тауҙағы был табында.

 

Баш түбән осто йондоҙҙар

Шарлама үтәһенән

Йә бейене ут сәсрәтеп

Алатау түбәһендә.

 

Дәртле ай, шашҡан йондоҙҙар,

Хыялланып туймайбыҙ,

Шарлауыҡта  ултырабыҙ,

Һыу сәсрәткән булабыҙ,..

 

***

Күрсе, тауҙар ниндәй алһыуланған,

Һылыуланған ҡаҙаҡ ҡыҙындай.

Ҡалпаҡ кеүек осло түбәләрҙә

Аҡ ебәктәй болот туҙынған.

 

Тауҙар тарай көмөш сәс толомон,

Сулпыларын сың-сың тағатып.

Ҡыҙҙар ғына шулай биҙәнәләр

Бар донъяны арбап, ҡаратып.

 

Ҡырыҫлығын беләм мин тауҙарҙың,

Тыйнаҡлығын — ҡаҙаҡ ҡыҙының.

Әммә тауҙар ҙа бит яратмайҙар

Егеттәрҙең ебек, мыжығын...

 

***

Аҡ яурын сал бөркөтмө

Ҡарлы тау түбәләре,

Боҙло  ирендәре менән

Ҡояшты үбәләрме?!

 

Мин тауҙарға  ашмаҫ, тимә,

Күңелем  ятҡан тауға.

Һинең генә һөйөү түбәң

Уралған болот — ауға.

 

Ирендәрең — боҙло тауҙар,

Һалҡыны   өтөп бара...

Йөрәккенәм — янар тауҙай,

Шунда иретеп ҡара!..

 

***

Күкте терәп тора тауҙар,

Улар ҡояшҡа яҡын,

Ҡояш һәм тау аралары

Бер һалҡын, бер ут-ялҡын.

 

Тауҙар ҡояшҡа яҡын,  тик

Түбәләрҙә ҡар ята...

Һин дә миңә ялҡын да бит,

Ә йөрәккә ҡар ҡата.

 

Барыбер ҡояш аса ул

Ҡар юрғанын тауҙарҙың.

Һин генә әрсей алмаҫһың

Йөрәгемдең ҡарҙарын.

 

***

Тауҙарҙан һалҡын һирпелә

Битемә,

Тауҙарҙан ялҡын бөркөлә

Битемә.

 

Мин тауҙарҙан ҡеүәт алып

Торамын.

“Һөйөүгә лә ҡеүәт бир”, - тип

Һораным.

 

Тауҙар ҡапыл өнһөҙ ҡалды,

Уй ҡороп,

Шунан юлға ҡорҙо тылсым

Йәйғорон...

 

***

Тауҙарҙың мин хәтәр сағын күрҙем:

Үҙән ярып төштө ҡар һыуы,

Ҡышлаҡтарҙы пыран-заран итте,

Аҫау ғәйрәт — ғифрит ырғыуы.

 

Юлындағы иҙҙе бар нәмәне,

Ер иңрәтеп, таштар күкрәтеп.

«Сел» һүҙе SOS кеүек сосландырҙы,

Бала аҡҡас, йәнде тетрәтеп...

 

Тәбиғәттән көтсө бәғерһеҙлек!

Беҙме уның үгәй балаһы!..

Алатауға бағып әсә үкһей...

Эй, бәндәләр, ғибрәт алаһы...

 

***

“Тауҙарҙа ҡар кешеһе бар...”-

Тип һөйләнеләр миңә.

“Ҡар  кешеһе — тау эйәһе...” –

Шуға ышанғы килә.

 

Ҡар кешеһе төйәк итер

Ер түгелме Алатау?!

Донъя көткән бит шул тауҙа

Ғүмер баҡый олатаң.

 

Тау эйәһенә ышаныу —

Серле бер изге йомаҡ.

Ҡар кешеһен аулаһалар,

Тауҙар йән бирер һымаҡ.

 

***

Аҡтарылып ер ярылған,

Бер урғылған, бер ауған,

Яратылғанда донъяға

Илаған хатта тауҙар.

 

Үркәс тауҙар тып-тын ҡалып,

Төбәлгәндәр асманға,

Күктән ҡеүәт һорайҙармы,

Ярһыуҙарҙы баҫмаға!..

 

Донъянан баш ҡайнағанда,

Йәндәрем үртәлгәндә,

Мин тауҙарға бауыр баҫам,

Ҡаяға төртөләм дә...

 

***

Сауран[2] саңын йыуҙым ҡайтып аяғымдан,

Тарих шаңы шаулап тора ҡолағымда,

Уҙғандарың килеп баҫа алдарыма,

Гүйә улар булып уҙған бая ғына.

 

Сауран саңын туҙғытып та мин уҙамын,

Тик хәтерҙән генә  китмәй яу туҙаны.

Сыңғыҙ хандың ер ҡаплаған сиреүенән

Йөҙ Саурандар һеперелгән ер йөҙөнән.

 

Сауран-ҡала, оҡшағанһың Арҡайымға,

Рәүешең дә, булмышың да, яҙмышың да.

Һәләкәтең, юғалыуың — бар ҡайғым да,

Асылыуың, яңырыуың — табышым да.

 

***

Сайҡала моң буш далала,

Сайғаҡ шәүләһе кеүек,

Һунарсының уҡтарынан

Ҡотолған ҡасып  кейек.

 

Етеҙ сайғаҡ — дала ҡото,

Иректә йөрөр кейек.

Ҡаҙаҡ ҡыҙы ҡыл ҡумыҙҙа

Уйнай «Еҙ кейек» көйөн.

 

Күк дала. Тирмә. Ут яна.

Моң һыҙа. Таша ҡымыҙ.

Сайғаҡтар сапһын далала,

Илаһын бары ҡумыҙ...

 

***

Һынсылар һүҙе боронғо,

Кем һанаған һүҙ йәшен:

Май айы һыуығы икән —

«Ҡоралайҙың күҙ йәше».

 

Үләндә — көнлөк ҡоралай,

Бөтмәгән дә үҙләшеп.

Болот тауға ятып  йыуа

Ҡоралайҙың күҙ йәшен.

 

Керһәң кейек убалына[3]

Золомлоҡҡа һүҙләшеп,

Ғүмер буйы эҙәрлекләр

Ҡоралайҙың күҙ йәше...

 

***

Бында Миҙәү ҡарт мал көткән,

Күл буйында йәйләгән,

Һимеҙ ҡуйын да үрсеткән,

Бейәһен дә бәйләгән.

 

Күлгә хатта үҙ исемен

Миҙәү ҡарт ҡушмағандыр.

Ике ятып бер төшөнә

Инеп тә сыҡмағандыр.

 

Хәҙер танылды донъяға

Алатау күле — Миҙәү[4]...

Төйәген  кеше биҙәһә,

Ере лә унан биҙмәй.

 

***

Төнөн дә тауҙар йоҡламай,

Тын ғына серләшәләр.

Мин йырлаһам — улар геүләй,

Уй-моңдар берләшәләр.

 

Шылтыр-шылтыр — шишмәләре,

Келтер-келтер — тау юлы,

Сут-сут, һуд-һуд — төн ҡоштары,

Серле өндәр тау тулы...

 

Иҫерткес төн. Йәйләү йоҡлай.

Тик уяу минең күңел.

Балдай төндә йоҡлап ятһаң,

Йәшлектән мәңге төңөл.

 

***

Баҫаммы айыу өҫтөнә —

Ҡыбырлап ҡуя тауҙар,

Йә ул шом һалып үкерә,

Ҡапҡандай йыртҡыс  ауға.

 

Төнөн сихырсы күҙеләй

Ут яна өҫтә йызлап.

Йәне етеп кем йәшәйҙер,

Беҙ төшөп киттек тызлап...

 

Һәр сусаҡтау — дәү ҡарасҡы,

Күңелде хәүеф ялмай...

Тауҙарҙың бөтмәҫ серенә

Күнегеп бөтә алмам.

 

***

Әллә нишләне көн —

Ҡара сапан

Бөркәндеме тауҙар теҙеме? —

Таш егенә ҡоштар йәшеренде,

Хәүеф ауын алдан һиҙенеп.

 

Үркәстәргә баҫа ниндәйҙер көс,

Ҡая-таштар шомло  үкерә,

Ҡыр кәзәһе үрләй ҡыраздарға,

Ә сайғаҡтар аҫҡа йүгерә.

 

Заман ахыры микән, тип торамын,

Йәлләп ҡарап ҡартлас тауҙарға...

Тауҙың тауы мохтаж була икән

Әҙәмдәргә — беҙҙең яҡлауға.

 

***

Алатау йөҙө ҡомһарҙы,

Тауҙарҙа бөгөн дауыл.

Ерҙә туй тип тормай килә,

Йыһан ғәскәре  яуы.

 

Ялманы ҡара болоттар

Түбәләрен тауҙарҙың,

Сабый ғына ҡыяҡтарға

Боҙ  ҡурғашын  яуҙырып.

 

Йәшәүҙе ҡурсалап торған

Ҡаяны ярҙы йәшен.

Яраһын һыйпап ҡаяның,

Йәш артыш түгә йәшен.

 

***

Сырханым.

Тауҙарҙың тыны

Һиҙҙермәй генә һуҡты.

Тән яна. Ятырға ҡушты

Йәш кенә ҡыҙый духтыр.

 

Ҡайҙа ятһаң да ер һыуыҡ.

Бирешмәй йәнем генә.

Туңған ерҙе йылытайым

Ут кеүек тәнем менән...

 

Тауҙар тыны ҡаты икән,

Быуынһыҙ кеүек  ауам...

Уралым һалҡын һыу бирһә,

Булыр ине лә дауа!

 

***

Ҡаяларҙан күҙ йәш һарҡа

Болот яулығы аша,

Күрше тауҙа ер тетрәгән —

Ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

Шарлауыҡ тупһаларынан

Йәйғорҙар бейеп килә.

Мөхәббәтенән ҡояштың,

Шатлыҡтан тауҙар көлә.

 

«Тауҙарҙың үҙ донъяһы», —  тип

Уйламам хатта уйҙа,

Тауҙар илай ҙа, көлә лә,

Тауҙарҙа — беҙҙең донъя.

 

***

Тауҙарға һирәк сығабыҙ,

Онотабыҙ тауҙарҙы.

Улар  мәғрур ҡағып тора

Дауылдарҙы — дауҙарҙы.

 

Тауҙар холҡо  әсәйҙе лә,

Атайҙы ла иҫләтә:

Сабырлыҡҡа  өйрәтә  лә

Тайғаҡ юлдан киҫәтә.

 

Тауҙарға  һирәк йөрөйбөҙ,

Онотабыҙ тауҙарҙы.

Тауҙарҙың йыш хәлен белеш — 

Туғандарың һауҙармы?!.

 

***

Юлым тауҙарға тартыла,

Мин тау балаһы әллә...

Тауҙар мине үҙ күрҙеләр,

Тороп ҡалаһы әллә...

 

Танһыҡтарым ҡанмай,

Тауҙың

Ашын ашағанда ла.

Тауҙар тауҙар көйө ҡала

Ташын ташығанда ла.

 

Бер әйләнеп ҡайта кеше

Бары йән һөйгәненә.

Тауҙар тауҙар булып ҡала

Бары үҙ төйәгендә.

 

***

Мин дала улы булғанға

Тауҙар — бер сихри донъя:

Ҡаялары — бикле ҡәлғә,

Таштары — зиннәт-улъя.

 

Даламдың үҙ матурлығы –

Үҙ еҫе, киң сәхрәһе.

Тауҙарҙың үҙ хозурлығы –

Аҡ болоттар  сәхнәһе.

 

Тауҙар миңә үпкәләмәҫ,

Тапһам да тәнгә  дауа,

Әрем еҫе аңҡып ятҡан

Далама ҡайтып ауам.

 

***

Тауҙар йота төтөндәрҙе,

Тарта томан, саңдарҙы.

Ҡаяларҙан  бальзам һарҡа,

Ҡары сафлай таңдарҙы.

 

Тауҙар йәйге селләләргә

Һаҡлай боҙҙар һалҡынын,

Баҫа йәнә йән ғазабын,

Йөрәктәрҙең ялҡынын.

 

Ваҡланмай тауҙар, күрмәй ҙә

Ваҡ-төйәк яҙығыңды.

Тауҙар олпатлығы менән

Үлсәсе аҙымыңды!

 

***

Алатауҙың ҡарлы түбәләре

Уралыма сәләм ебәрә,

Туй күлдәге кейгән алмағастар

Юлдарыма сәскә һибәләр.

 

Айырылышыу һиҙеп һары талдар

Арыҡтарын ташлап киләләр;

Думбыраның дәртле сыңын уҙып,

Сайғаҡтар ҙа ҡаршы еләләр.

 

Ҡымыҙынан ҡаҙаҡ ҡыҙҙарының

Башым китте бер аҙ әйләнеп...

Хуш, Алатау!

Ярһыу аҡбуҙымды

Һиңә тағы килеп бәйләрмен!..

 

 

[1] Науруз – төрки халыҡтарының яҙ (йыл башланыу) байрамы.

[2] Сауран – татар-монголдар тарафынан ҡыйратылған боронғо ҡала. Хәҙерге Төркөстан (Ҡаҙағстан) ҡалаһына яҡын ерҙә. Тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

[3] Убал – гонаһ.

[4] Бында хәҙер бөтә донъяға билдәле Медео тауҙағы боҙ катогы эшләй.