Аҡъярҙағы Ай ҡыҙына

Аҡъяр урамында феләк тейәп,
Ҡул арбаһы тартып яй ғына,
Бер әбекәй һыуҙан ҡайтып килә,
Күрмәй уны бары Ай ғына.

«Юрғалап та килгән киленсәктең
Сылтыраймы сулпы-тәңкәһе?» —
Сыңғыр-сыңғыр иңрәй тәгәрмәстәр,
Тарта әбей тормош ләмкәһен.

«Көмөш күнәк, семәр көйәнтәһе
Биҙәгәнме ҡыҙҙың иңдәрен?»
Донъябыҙҙың бөгөн ат-арбаһыҙ,
Инабатһыҙ ҡалған көндәре.

Тарта әбей үҙенең эсәр һыуын
Ғүмер осондағы табынға.
Сыңламай шул «күнәк-көйәнтәһе»,
Сеңләй йәне, тартҡан ыңғайға.

Кипкән ирендәрен сылатырлыҡ
Табылырмы берәй кешеһе?..
Тәгәрмәстең үкһеп илауынан
Күңелгенәм китә күшегеп...
1995.