Аҡмулла

(ҡобайыр)

Ай Аҡмулла, Аҡмулла,
Хаслыҡ күргән хаҡ мулла,
Яйыҡ буйла, Дим буйла,
Халҡың яҙмышын уйла.
Элеп ал да һелкеп һал.
Ярлы үсен байҙан ал.
Һиндәй иргә майҙан тар.
Бәйгеләрҙә ал булдың,
Күңелдәргә ял булдың,
Даулы ерҙә дан булдың,
Һанлы ерҙә һан булдың.
Изгелеккә бағынғас,
Тоғролоҡҡа табынғас,
Аҫыл эсле әҙәмгә
Бысраҡ, ғәйбәт яғылмаҫ.
Вайымһыҙлыҡты һиҙеп,
Тора илдән ҡот биҙеп,
Дөрләт тағы ут ҡуҙың,
Кәрәк һинең хаҡ һүҙең...
Ай Аҡмулла, Аҡмулла,
Миәс буйла, Сөн буйла,
Аҡ көндәргә өмөтләнгән
Халҡың яҙмышын уйла!..
Халҡың яҙмышын уйла!..