Аҡморон бураны

Аҡморондоң ап-аҡ буранында
Аҙашҡанда үҫмер сағымда
Уйлау ҡайҙа: ошо хәтәр бер мәл
Торор, тиеп, хәтер һағында.

Аҡ бушлыҡта күрмәй бер ҡарасҡы,
Бейек көрттәр йырып ҡайтҡаным,
Ҡар аҫтында ҡалған ауылды эҙләп.
Өй башында йөрөп ятҡаным…

Үҙәгемдә һаман янып тора,
Тап булғандай йылы усаҡҡа,
Ҡыуаныстан алйып илағаным,
Өй мөрйәһен ятып ҡосаҡлап!..

Аҡморондоң аҡ буранлы төнө
Хәтер һуҡмаҡтарын тағата,
Мине ташлай хистәр буранына,
Ҡара төндәремде ағарта.

Һынау булған үҫмер йылдарыма,
Йән йылытҡан төйәк, Аҡморон,
Ағарта алһаң ҡара көндәремде,
Йыш дыулаһын һиндә аҡ буран!..