Аҡлыҡ алдында уйланыу

Эй ҡотороп, бурап ҡарҙар яуа,
Еркәйемде ҡаплай аҡ юрған.
Еркәйемде түгел, йәнкәйемде
Ҡаплай кеүек шомло аҡ ҡорған.

Сәстәремә ап-аҡ көмөш ҡуна,
Керпегемә һырый тәңкәләр,
Ҡар биҙәктәр утлы йәштәремдән
Иреп-ҡайнап түбән тәгәрәй.

Кәүҙәм йөрөй, әммә рухым ята
Бығауланған кеүек ҡуҙғалмай,
Быҫҡып ҡына янған йөрәгемдә
Баҙлап яныр өмөт-ҡуҙ ҡалмай...

Ерҙә ятам әллә?
Мин ятҡанға
Йоҡлай микән әллә бүтәндәр?
Хәрәкәтһеҙ, моңһоҙ ятҡанға ла
Йәбешкәнме арттан үткәндәр?..

Ойоҫҡотоп, ойотҡос ҡар яуа,
Күмеп китер микән кәүҙәмде?..
Күмә алмаҫ!
Нисә быуат буйы
Рухым яна, яғып тәүбәмде.

Ул тәүбәләр миңә аманатҡа
Батыршанан күскән, Күсемдән:
«Бер кешенән, улым, һин кәм түгел,
Өҫтөн булсы бары үсеңдән...»

Ул тәүбәләр миңә оран булып
Салауаттан ҡалған, Ҡаһымдан:
«Һис ризалыҡ булмаҫ, әгәр яҙһаң
Үҙ телеңдән, моңоң, даныңдан...»

Ул тәүбәләр миңә доға һымаҡ
Аҡмулланан йоҡҡан, Бабичтан:
«Милләт өсөн йәнең фиҙа ҡылыу —
Гел юғары булһын бар эштән...»

Ул тәүбәләр миңә мираҫ булып
Һеңгән атам-әсәм ҡанынан:
«Тоғро булһаң тыуған тупрағыңа,
Ил-йорт ҡото ҡайтыр яңынан...»

Күҙем асам.
Торорғамы, юҡмы?
Ҡолағымды яра саң-тауыш,
Ҡаф тауында атҡан танкыларҙың
Йөрәгемдә шартлай шаңдауы.

Тирә-яғым — аҡлыҡ:
Аҡ палата,
Тышта аҡ ҡар —
Ергә аҡ марля.
Ҡанһырапмы,
Ял һорапмы йөрәк
Аттай тулай...
Аңлау ҡатмарлы.
Әллә милләт сирле,
Әллә — бер мин,
Әллә донъя ҡарҙан шешенгән.
Ҡар шығырҙап шыңшый матәм аһын
Әллә миңә,
әллә чеченгә...

Эй ҡотороп, бурап ҡарҙар яуа,
Күмер микән инде Уралды?..
Күммәҫ!
Күпме күмһәләр ҙә тере килеш
Башҡорт рухы ҡабат яралды!..

25 декабрь 1994 йыл, Өфө, дауахана