Аҡҡош әбей

Ауылыбыҙға килһә, өйҙән өйгә
Саҡырырҙар ине ҡунаҡҡа,
Күрһәтерҙәр ине оло хөрмәт,
Һәр береһе бирер ҡуналҡа.

Ул килгәс тә ауыл биҙәнгәндәй,
Өҫтәлгәндәй бер йәм, бер аҡлыҡ,
Яғылғандай йәнгә яғымлылыҡ,
Кәмегәндәй бермә хилафлыҡ.

Ә мөләйем әбей һылыулығы,
Күҙ ҡарашы менән арбаны.
Көйләүенә моңло мөнәжәттәр
Иламаған кеше ҡалманы...

Килмәй инде күптән Аҡҡош әбей,
Хәтирәләр, эҙҙәр һыуынған.
Миңә генә Аҡҡош — йәш ҡыҙ булып —
Килеп төшөр кеүек ауылға.

Күңелдәрем килә иләҫ-миләҫ,
Төшһә яҙын күлгә аҡҡоштар.
Аҡҡош-ҡыҙҙы күл буйында көткән
Инде хәҙер мин дә — Аҡҡош ҡарт.