Аҡһаҡ төлкө

 

Ҡыҙыл ғына төлкө – тауҙар күрке.

Халыҡ йыры.

 

Аҡ далала уйнай ҡыҙыл  төлкө,

Аҡһаҡ икән алты аяғы.

Тыуған яҡтың тере бер биҙәген

Ауыр хәлдә күреп, аяным.

 

Йәрәхәтең ҡапҡан эҙеме ул,

Иҫтәлекме һунар этенән?

Туҡмалдыңмы әллә, ауыҙ итеп,

Бер әбейҙең тауыҡ итенән?

 

Ҡотолғанһың!..

Инде алыҫ йөрө –

Күҙ ҙә йоммай атып алырҙар,

Хәҙер юҡ ул асығауыҙ ҡарттар,

Имеш, балыҡтарын ташлап-ташлап,

Санаһынан төшөп ҡалырға.

 

Кинән әйҙә, уйна аҡ далала,

Төҙәлер ҙә, бәлки, аяғың.

Һиңә ҡул күтәргән бәндәләрҙең

Тартып алыр инем таяғын,

Әгәр күрһәм…

… Һине бүрек итер

Кешенең һис килмәҫ көлкөһө;
күҙ алдынан китмәй уйнап торор

Аҡ даламдың аҡһаҡ төлкөһө!