Аҡ тирмә

Аҡ тирмә[1]

 

Башҡортомдоң ере —

Аҡ тирмәләр иле

Алыҫтарҙан тора  күренеп.

Яҡты моңдарға бай,

Наҙ-һағышлы ябай,

Аҡ тирмәле халҡым күңеле.

 

Болоттарға ашҡан

Данлы күк Уралдан

Алған башҡорт сая ғорурлыҡ.

Ирек яулап илгә,

Яуға күтәрелгән

Булһын өсөн ерҙә хозурлыҡ.

 

Уралына мәңге

Тамыр йәйгәнгә  лә

Йәшәмәгән халҡым төңөлөп.

Аҡ тирмәһен ҡорған,

Шунда башлап торған

Һәм бағлаған уға  өмөтөн.

 

Бар халҡымдың ҡото,

Һүнмәҫ рухи уты —

Аҡ тирмәле гүзәл илемдә.

Сал тулҡындар ҡағыр,

Заманалар ағыр,

Мәңге йәшәр башҡорт ерендә.

 

[1] Рафиҡ Сәлмәнов музыкаһы өсөн махсус яҙылды был шиғри вариант.