Аҡ ташҡын

Нисек кенә ҡаршы торорға
Өҫкә килгән был аҡ ташҡынға?
Етер микән хәлем, дарманым,
Ғүмер ҡыҫҡа, күпме ашҡынма.
Төшлөк күптән ауған, көттөрмәҫ
Етер эңер, төшөр ҡараңғы.
Дуҫҡай, шунда нимә ҡылырһың,
Сыра яғып микән ҡарарһың?

Сыра яғыу сара булырмы?
Ташҡын елендә ул янырмы?
Ҡарыу ҡайтҡанлығын күрһәтеп,
Бары утлы йәшең тамырмы?
Ҡуй, зарланма! Һин — ир, уҙаман,
Ниндәй ҡаты таштар туҙмаған?
Ниндәй генә илдәр аумаған,
Кемдәр ғүмере ерҙән уҙмаған?..

Ана, Ғүмәр Хәйәм нишләгән:
Ҡыҙҙар һөйгән, михнәт сикмәгән,
Ниндәй генә шарап эсмәгән?! –
Ә ташҡынды еңгән, бикләгән.
Йәшләй күпме китап аҡтарған
Һәм танылған: шағир, фәйләсүф,
Математик, йәнә астроном...
Тир ҙә түккән ихлас, хәйләһеҙ.

Уға тиклем дә бит булғандар
Башы ғилем менән тулғандар.
Шуларҙың бер шәбе, бөйөгө —
Остаз Әбү Ғали Синалыр.
Аҡ ташҡындар, күктән ауғандай,
Ғүмере буйы уға ябырылған,
Аристотель, Платон тиңдәше —
Даръяларҙа нисек батмаған?!

Бына шулай аҡҡан даръялар,
Ер өҫтөнән уҙған замандар.
Олуғ йәндәр килеп киткәндәр,
Беҙгә ғилем мираҫ иткәндәр...
Аҡ ташҡындар килә ишелеп,
Баштар ҡата шауын ишетеп...
Ә шулай ҙа...
Аҡ ташҡынға — хаҡ мәғлүмәткә -
Рәхмәт уҡый бөгөн кешелек.

2006.