Аҡ ҡағыҙға өндәшеү

Эй аҡ ҡағыҙ!
Һине һәр нәмәгә
Түҙә, тиҙәр.
Ни хәл итәһең?!
Яман хәбәр, яла яҙһалар ҙа
Изгелекте күберәк көтәһең.

Үпкәләмә, ҡағыҙ,
Өҫтәлемдә
Ятһаң да һин ҡупшы, хәстәрсән,
Миңә ҡәҙерлерәк бала саҡтан
Әйбер төрә торған ҡағыҙҙарҙан
Үҙебеҙ тегеп алған дәфтәрҙәр.

Ул яһалма дәфтәрҙәргә төшкән
Тәүге хәреф, тәүге яҙыуҙар —
Үҙем тапҡан алтын кеүек ҡиммәт,
Үҙем ашлыҡ һуҡҡан баҫыуҙай.

Хәтәр йылда
Атайымдан килгән
Һары ҡағыҙҙарҙа хаттары,
Уттан үткәнгәме —
Һәр хәрефе
Өтөп ала йәнде аҡтарып...

Йә “Беломорканал” ҡаптарына,
Һабын ҡағыҙына яҙылып,
Күпме хаттар... төрмәләрҙән сыҡҡан,
Һәр беренә
Һындырылған яҙмыш яғылып...

Ҡағыҙ!
Һине күпме ҡарайтһындар,
Яман яла, ялған яҙһындар,
Эстән һин аҡ!
Һиңә кер яғылмай!
Булмышың саф,
әйҙә һыҙһындар!

Эй аҡ ҡағыҙ!
Һине һәр нәмәгә
Түҙә, тиҙәр,
Ни хәл итәһең?
Һин ҡалырһың,
Яҙған әҙәм генә
Уйлап тормай бер мәл китәрен…