Аҡ дала әкиәте

Нисәмә көн инде мине бер моң
Эҙәрлекләп йөрөй артымдан,
Һыбай булһам — һыбай
Йәки йәйәү,
Йәйәүләһәм төшөп атымдан.

Был ни хикмәт:
Сәйер был хәлемде
Һис кенә лә аңлай алмайым,
Ул моңдан мин төптө ҡасмайым да
Ялыҡмайым, тыңлап талмайым.

Был әкиәт — һинең менән минең
Изге хистәребеҙ хаҡында.
Тыңланым мин уны арабыҙҙа
Сикһеҙ дала ятҡан сағында...

Тәбиғәттәй илаһи ул, теүәл,
Тормош кеүек ҡырыҫ, ҡатмарлы,
Кешеләрҙәй гүзәл, үҙе сәйер,
Мөхәббәттәй ғәййәр, айбарлы.

Оҙон юлдар бер саҡ киҫешкәндәй,
Ҡотолғоһоҙ ине ул моң да,
Яралды ул беҙҙең күңелдәрҙә
Бер үк мәлдә, бер үк тулҡында...

Ул моң мине шундуҡ әсир итте,
Зиһенемде тамам яуланы,
Мин — ҡанатлы,
Мин — хыялый, ахыры,
Тоям уның сихри арбауын.

Тотош һағыш ул моң, ғажиз һағыш,
Ул бит — беҙҙең бала сағыбыҙ,
Гел юҡһынып, берен-бере эҙләгән
Бер-беребеҙҙең Суҡ һәм Сағы беҙ.

Суҡ ҡысҡырһа,
Күк туғайҙар аша
Саҡ йүгерә ялан аяҡтан,
Төпһәләргә ҡолай эләгеп тә
Йә сағыла шайтантаяҡтан...

Тауыштан ул, ахыры, яратылған,
Моңдан, нурҙан, наҙҙан туҡылған,
Суҡ —фәрештә заттан,
Уны күреп,
Күптәр телдән ҡалған, таң ҡалған.

Сағын эҙләп, үҙәк өҙгөс тауыш
Сыға Суҡтың сабый йәненән...
Мин тиҙерәк уға сабам ҡаршы,
Ҡотҡарырға ауыр хәленән.

Ә Суҡ елә, сыңғырап та көлә,
Ергә, гүйә, тәңкә һибелә,
Моң һарҡҡандай ҡояш нурҙарынан,
Тауышынан шатлыҡ түгелә.

Етәкләшеп икәү йүгерәбеҙ...
Далам инде һутҡа туйынған.
Аҡ ҡылғанлы дала — аҡ ял дингеҙ,
«Диңгеҙ» беҙгә бары тубыҡтан.

Был аҡлыҡта, юҡ, беҙ йүгермәйбеҙ,
Беҙ осабыҙ—бала аҡҡоштар.
Ниндәй йәтеш:
Беҙ ҡанатҡа — ҡанат!
Дала-инәй үҙе алҡышлай!

Ашабыҙ беҙ зәңгәр офоҡҡаса,
Аҡ даланы сайҡап, уятып,
Эй иҫәр саҡ, тойған саҡ донъяны
Алһыу буяуҙарға буятып...

Аҡ ҡылғандың инде йыры алыҫ...
Туҡ башаҡтар моңда сайҡала,
Йәйрәй иген ҡыры бар тарафта;
Ырыҫыңа, далам, таң ҡалам.

Яҡташтарым менән мин дә ғорур,
Бауыр баҫҡан улар далаға,
Хәстәрләйҙәр көн-төн, ҡарағандай
Биләүҙәге ғәзиз балаға...

Йәйге таңда сығып киң баҫыуға,
Һоҡланамын үҫкән игенгә,
Тыуған ерҙең изге хазинаһы
Тере нағыш менән сигелгән.

Күҙҙәремде йомоп, баҫып торам.
Күҙ алдымда — бала саҡҡынам,
«Алтын дингеҙ кисеп үтәйек!»—тип,
Суғымды мин әллә саҡырам?

Бар тәбиғәт көнгә күҙен асҡан,
Ҡәҙер тойоп, далам нурлана...
Ә ниңә һуң алыҫ, бөтмәҫ һағыш
Күңелемдең бәҫен урлаған?

Күпме көтмә, күпме саҡырма ла
Яуап бирмәй ул моң, ул тауыш,
Дала ҡаплап алған янғын һымаҡ,
Йөрәгемдә тотош ут-һағыш.

Юҡ, үткәнде мин бит көҫәмәйем,
Йәнде тетә хәтер тулапмы,
Бөгөнгөмә йәнәш үткән килһә,
Суҡ тауышы көлһә, хилафмы?

Ул бит—минең ярты йәнем дәһә,
Рухи шишмәм, баҡҡан аҡ донъям,
Суҡ моңонан башҡа йәшәй алмам,
Ҡанат ҡаға алмам, йәм тоймам...

Суҡ тауышы ҡайтты шаңдау булып,
Ул бит таныш миңә бишектән.
Бер миңәме?—Моңға ғашиҡ күптәр
Үҙ рухына уны иш иткән...

Башаҡтарҙың һалмаҡ шауы аша
Мин ишетәм Суҡтың тауышын,
Зәңгәрлеккә беҙҙе алып оса
Ике бала аҡҡош һағышы.

Ул моң оса, егеп йәшендәрҙе,
Болоттарҙың аса ҡосағын...
Йөрәгемдә — дәүер хәүефтәре,
Керпегемдә — дала ысығы...

—Замандашым! Бер моң сыңлап китһә
Дала күкрәгендә иртәлә,
Сал даланың әкиәте, тимәк,
Күңелеңдә һинең тирбәлә!..